10 декабрь, Шәмбе

08 февраль 2013 йыл, 12:22

Төбәктә «Яҡташтар» проектының икенсе этабы үтә

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостанда «Яҡташтар» проектының икенсе этабы үтә. Республиканың барлыҡ ауылдарында волонтерҙар өй буйлап йөрөп, халыҡты билдәле яҡташ исеменә дәғүә итеүселәр менән таныштыра. Бынан тыш, һәр кем яңы исемдәр тәҡдим итеп, был исемлекте тулыландыра ала.

Шулай итеп, мәҫәлән, Ишембай районында яҙыусы Ноғман Мусин, мәғрифәтсе Әхмәтзәки Вәлиди, депутат, Ишембайҙың почетлы гражданы Владимир Поляков һәм спортсы Галина Куклева лидерҙар рәтендә ҡала.

Әлбиттә, Зәки Вәлиди Ишембай еренең иң легендар тарихи шәхестәренең береһе булып тора, шуға күрә ҡала халҡының уның өсөн тауыш биреүе һис ғәжәп түгел. Шулай уҡ ҡала халҡы исемлеккә табиптарҙы, уҡытыусыларҙы һәм ябай эшселәрҙе индерә. Дәғүә итеүселәрҙең исемдәре билдәләнгән анкеталар 9 февралгә тиклем ҡабул ителә. Тауыш биреү иң лайыҡлы яҡташтарҙың исемдәрен асыҡларға ярҙам итәсәк, тип ышана ойоштороусылар.

Тауыш биреү лидерҙары исемлеге, шулай уҡ проект тураһында башҡа мәғлүмәт менән акция сайтында танышырға мөмкин.