3 декабрь, Шәмбе

08 февраль 2013 йыл, 11:49

Республиканың Йәш ғалимдар советы яңы ғилми хеҙмәттәрен тәҡдим итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р.Ғ.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтында Йәш ғалимдар советы ултырышы үтте. Форум Рәсәй фәне көнөнә ҡарата ойошторолдо. Республика ғалимдары йәмәғәтселек иғтибарын фән ҡаҙаныштарына йәлеп итергә, йәштәр араһында фән белемен популярлаштырырға тырыша. Республиканың дүрт юғары уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең эшләнмәләре менән таныштырҙы. Йәш ғалимдарҙың 2012 йылда үткәрелгән тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре тәҡдим ителде.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Этнологик тикшеренеүҙәр институты директоры, тарих фәндәре докторы Айһылыу Юнысова сәләмләне. Уның билдәләүенсә, үткән йылда 30-40 йәштәрҙәге Институт хеҙмәткәрҙәре, йәш ғалимдар ике докторлыҡ һәм өс кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған.

Фәнни форум сиктәрендә 2012 йылда яҡланған диссертация эштәре темалары буйынса презентациялар үтте. Бынан һуң ҡунаҡтар өсөн Этнологик тикшеренеүҙәр институты фондтары буйлап экскурсия ойошторолдо.

Ултырышта ҡатнашыусылар йәш ғалимдар эштәре – монографиялар, алдынғы журналдарҙа, шулай уҡ ғилми хеҙмәттәр йыйынтыҡтарында баҫылып сыҡҡан мәҡәләләр күргәҙмәһе менән танышты.