6 декабрь, Шишәмбе

08 февраль 2013 йыл, 11:17

Зөһрә Рәхмәтуллина Нуриман районында бала баҡсаһын асыу тантанаһында ҡатнашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина Нуриман районының Яңы Субай ауылында «Теремок» мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын асыу тантанаһында ҡатнашты. Учреждение мәктәп нигеҙендә асылды.

Яңы бала баҡсаһы барлыҡ заман талаптарына яуап бирә. «Теремок» яңы мебель менән йыһазландырылған, балалар өсөн уйынсыҡтар һатып алынған. Зөһрә Рәхмәтуллина балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен был шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлап, бүләккә сабыйҙарҙың аң кимәлен үҫтереүсе заманса уйындар тапшырҙы.

Нуриман районы хакимиәте мәктәпкәсә белем биреүҙең башҡа төр формаларын индереү өҫтөндә әүҙем эшләй. Алдағы ваҡытта муниципалитеттың башҡа ауылдарында ла бала баҡсаларын асыу планлаштырыла.

Башҡортостан етәкселеге менән һәр баланы сифатлы мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәттәре менән тәьмин итеү буйынса айырым бурыстар билдәләнгән. Республикала яңы бала баҡсалары төҙөлә, 90-сы йылдарҙа үҙгәртеп ҡоролған биналарҙы кире ҡайтарыу буйынса эш алып барыла, мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәттәрен күрһәтеүҙең башҡа төр формалары индерелә. Башҡортостанда бала баҡсаларына сираттарҙы кәметеү буйынса БР Мәғариф министрлығы менән әҙерләнгән «юл картаһы» эшләй, ул 2016 йылға бала баҡсаларына сираттарҙы бөтөрөүҙе, шулай уҡ сифатлы мәктәпкәсә белем алыу өсөн ҡала һәм ауыл балаларына бер тигеҙ мөмкинлектәр булдырыуҙы күҙ уңында тота.