3 декабрь, Шәмбе

08 февраль 2013 йыл, 10:26

Башҡортостан, Татарстан һәм ЯНАО Ямал – Волга буйы үткәргес торба төҙөү өсөн консорциум булдырҙы

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан, Татарстан һәм Ямал-Ненец автономиялы округы Ямалдан Волга буйына углеводород сеймалын транспортлау өсөн үткәргес торба проекттарын тормошҡа ашырыу маҡсатында «Ямал – Волга буйы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте производство-коммерция структураһын булдырҙы, тип хәбәр итә «Интерфакс».

Ойоштороусылар булып «Төбәк фонды» (акцияларҙың 33,3 проценты), «Ямал» төбәк инновация-инвестиция фонды» (33,3%) һәм «Нижнекамскнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (33,4%) сығыш яһаны.

Май айында Башҡортостан, Татарстан һәм Ямал-Ненец автономиялы округы араһында «Ямал-Волга буйы» маршруты буйынса углеводород сеймалын, шул иҫәптән еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын һәм газ конденсатын транспортлау өлкәһендә ниәттәр тураһында протоколға ҡул ҡуйылғайны.

Уға ярашлы Башҡортостан һәм Татарстан Көнбайыш-Себер төбәгенең сеймал ресурстары нигеҙендә Волга буйы нефть һәм газ химияһы кластерын үҫтереү буйынса комплекслы программа әҙерләргә планлаштырҙы. Проект хаҡы 80-120 миллиард һум күләмендә билдәләнде.