9 декабрь, Йома

08 февраль 2013 йыл, 9:44

«Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар кәрзине тураһында»ғы закон проекты әҙерләнде

автор: Галина Бахшиева

«Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар кәрзине тураһында»ғы закон проекты әҙерләнде. Документ РФ субъекттарында йәшәүсе халыҡтың төп социаль-демографик төркөмдәре өсөн ҡулланыусылар кәрзинен билдәләү буйынса методиҡ реконмендацияларға ярашлы әҙерләнде, тип хәбәр иттеләр БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Был рекомендациялар 2013 йылдың 28 ғинуарында Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған.

«Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар кәрзине тураһында»ғы закон проектын әҙерләү буйынса эш 2012 йылдың йәйендә башланды. Бының өсөн махсус эш төркөмө булдырылды, уның составына республиканың Финанстар министрлығы, Иҡтисади үҫеш министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Территориаль органы (Башҡортостанстат), шулай уҡ төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Профсоюздар федерацияһы вәкилдәре инде.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Эльмира Кожаева хәбәр итеүенсә, алдағы арала закон проекты БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына тикшереүгә ебәреләсәк.