8 декабрь, Кесе йома

07 февраль 2013 йыл, 17:25

«Ирәмәл» тәбиғәт паркында 2012 йылда 10 меңдән ашыу кеше булған

автор: Галина Бахшиева

2012 йылда «Ирәмәл» тәбиғәт паркында 10 меңдән ашыу кеше булған. Ирәмәл тауына менергә теләүселәрҙең күпселеге – Силәбе, Екатеринбург, Өфө ҡалалары туристары.

Тәбиғәт паркы директорының фән буйынса урынбаҫары Илсаф Ғәбдиев хәбәр итеүенсә, Яңы йыл байрамдарында бында дөйөм алғанда 200 кеше булған. Әлеге ваҡытта һәр шәмбе һәм йәкшәмбе һайын тауға яҡынса 40 турист күтәрелә.

2013 йылда парк биләмәһендә туристар өсөн махсус туҡтау урындарын төҙөү дауам итәсәк. Әлегә тиклем Ирәмәлдә бындай урындар ғөмүмән булмаған.

Бөгөнгө көндә паркта туристар өсөн махсус йыһазландырылған 15 урын бар. 2013 йылда йәнә өс урын булдырыу планлаштырыла. Бынан тыш, «Ирәмәл» тәбиғәт паркына килеүселәр өсөн ике контроль-мәғлүмәт посы төҙөләсәк.