Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Рәсәйҙең Төркиәләге Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле итеп Рәшит Баталов тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Рәшит Баталовты Рәсәйҙең Төркиәләге Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле итеп тәғәйенләне.

Рәшит Әкрәм улы Баталов 1950 йылда Өфөлә тыуған. Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлай.

Төрлө йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостандағы филиалында кесе ғилми хеҙмәткәр, СССР-ҙың Төркиәләге Илселеге аппаратында тәржемәсе, «Востокинторг» тышҡы сауҙа берекмәһендә өлкән инженер, «Внешпромтехобмен» берекмәһенең Рәсәй-Төркиә предприятиеһында һәм «Чукурова Холдинг» фирмаһында эксперт, «Иртышполимер» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры, «Газпромразвитие» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бүлек начальнигы урынбаҫары, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының Тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәр департаменты баш белгесе, Рәсәйҙең Төркиәләге Сауҙа вәкиле урынбаҫары, аҙаҡ Сауҙа вәкиле вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, Рәсәйҙең Төркиәләге Сауҙа вәкиллегенең Истанбулдағы бүлексәһе етәксеһе булып эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть