5 декабрь, Дүшәмбе

07 февраль 2013 йыл, 15:22

Тәтешле районында шиғриәт фестивале үтәсәк

автор: Людмила Терновая

20 февралдә Тәтешле районының Күрҙем ауылы Мәҙәниәт йортонда республикала иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған «Күрҙем шишмәләре-2013» шиғриәт фестиваль-конкурсы үтә.

Яңы ижад итә башлаған һәләтле шағирҙарҙы асыҡлау, шиғриәткә иғтибар, ихтирам тәрбиәләү һәм формалаштырыу сараның төп маҡсаты булып тора. Районда шулай уҡ Әнғәм Атнабаев шиғырҙарын иң яҡшы башҡарыуға конкурс үткәрелә.

Тәтешле районы хакимиәте ҡарары буйынса, фестиваль Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуған ере — Иҫке Күрҙем ауылында 2007 йылдан башлап йыл һайын үткәрелә. 2012 йылда конкурста 50-нән ашыу кеше ҡатнашҡан. Гран-приға Сараштыбаш ауылында тыуған, әлеге ваҡытта Ҡазанда йәшәгән Ғәлиә Ғәйнетдинова лайыҡ булған.