10 декабрь, Шәмбе

07 февраль 2013 йыл, 14:53

Республикала һарыҡсылыҡ тармағына ярҙам итеү дәүләт программаһы әҙерләнде

автор: Галина Бахшиева

Һарыҡсылыҡ тармағы Башҡортостанда ауыл хужалығының перспективалы йүнәлештәренең береһе булып тора. Эксперттар фекеренсә, Урал аръяғының тәбиғәт һәм климат шарттары тармаҡты үҫтереү өсөн бик уңайлы.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көндә һарыҡсылыҡ тармағында етештерелгән продукцияның күпселек өлөшө халыҡ хужалыҡтарына тура килә. Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиеларында һарыҡтар һәм кәзәләр һанының ни бары 2 проценты, йәғни 16 мең баш аҫрала. Фермер хужалыҡтарына уларҙың 12 проценты, йәғни 83 мең баш тура килә.

— Һарыҡтар һәм кәзәләр һаны әлегә тотороҡло булып ҡала, әммә тармаҡты үҫтереү темптары беҙ теләгәндән күпкә артта ҡала, — тип иҫәпләй БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин. – Ошоға бәйле «2011-2013 йылдарға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» республика маҡсатлы программаһына ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелде.

Бынан тыш, төбәктә шулай уҡ 2013-2015 йылдарға һарыҡсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса маҡсатлы программа әҙерләнде. Программа тоҡомло һарыҡ һатып алыуға дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта документ Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығында тикшереү үтә.

Бөгөнгө көндә республикала һарыҡ үрсетеү буйынса махсуслашҡан өс хужалыҡ бар. Улар – Ҡырмыҫҡалы районының «Алатау» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Благовар» тоҡомло ҡошсолоҡ заводы һәм Дүртөйлө районының Горшков исемендәге тоҡомсолоҡ заводы.