Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.53 ↑

EUR 69.33 ↓

25 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә «Асыҡ республика» сайты эшләй башланы

Сәйәсәт

Төбәктә Башҡортостан Республикаһы власть органдарының «Электрон ҡабул итеү бүлмәһе» сайты эшләй башланы.

«Әлеге портал Башҡортостан Республикаһының власть органдары менән аралашыуҙы еңеләйтә, уңайлы итә», — тип билдәләй үҙенең блогында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

Сайт аша «берҙәм тәҙрә» режимында төбәктең барлыҡ министрлыҡтары, ведомстволары һәм Өфө хакимиәте менән бәйләнеш булдырып, уларға туранан-тура мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге «Электрон ҡабул итеү бүлмәһе»нең төп өҫтөнлөгө булып тора.

Шулай уҡ мөрәжәғәт итеүсе реаль ваҡыт режимында үҙенең ғаризаһын тикшереү барышын күҙәтә ала. Мөрәжәғәт итеүсенең теләге буйынса ғаризаны асыҡтан-асыҡ сайттың махсус бүлегендә урынлаштырырға мөмкин. Бынан тыш, әлеге ресурс тикшереүгә йүнәлтелгән ғаризалар буйынса фекер алышыу майҙансығы ла булып тора. Алдағы ваҡытта системаға республиканың барлыҡ ҡала һәм район хакимиәттәре йәлеп ителәсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть