11 декабрь, Йәкшәмбе

07 февраль 2013 йыл, 11:36

Башҡортостанда яҙғы сәсеүгә тракторҙарҙың 82 проценты әҙер

автор: Галина Бахшиева

Ауыл хужалығы техникаһын яҙғы сәсеүгә әҙерләү эштәре Башҡортостанда әүҙем алып барыла. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта яҙғы сәсеүгә тракторҙарҙың 82 проценты әҙер. Шулай уҡ баҫыу эштәренә культиваторҙарҙың – 87 проценты, сәскес һәм сәсеү комплекстарының – 83 проценты, дискылы тырма һәм һурҙырғыстарҙың 86 проценты әҙер.

Бөгөнгө көнгә йәмғеһе 16750 тракторҙың 13773-ө төҙөк хәлдә. Ремонтлау миҙгеле башланғандан алып, йәғни 2012 йылдың 1 октябренән төбәктә яҡынса 4300 трактор ремонтланған. Йәнә 1500 трактор ремонтлау стадияһында, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан.