Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

«Кызыл таң» гәзитенең яңы фотоальбомы нәшер ителде

Йәмғиәт

Татар телендә сыҡҡан «Кызыл таң» гәзите ағымдағы йылдың мартында үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был мөһим ваҡиға алдынан баҫма редакцияһы үҙенә бүләк яһарға булды – Өфө полиграфия комбинатында гәзиттең фотоальбомы баҫтырылды. Уны төҙөүсе авторҙар – филология фәндәре кандидаты, БР атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, «Кызыл таң» гәзитенең баш мөхәррире Фаил Фәтхетдинов һәм уның урынбаҫары, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәрит Фәтҡуллин.

Яңы баҫмала 500-ҙән ашыу фотоһүрәт урынлаштырылған. Уларҙа республиканың сараларға бай тормошо, редакция колективының ижади хеҙмәте сағылдырылған. Шулай уҡ фотоальбомда үткән быуаттың 80-90-сы йылдарында редакцияла эшләгән тәүге мөхәррирҙәрҙең фотоһүрәттәре урын алған. Фотоларҙың күпселеге легендар фотохәбәрсе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әғләм Зараев менән эшләнгән. Яңы баҫмала «Кызыл таң» гәзитенең 90 йыллығына арналған фотоһүрәттәр ҙә бар.

Республика гәзите байтаҡ акциялар үткәрә. Уларҙың береһе һуңғы бер йыл дауамында Өфөнөң «Нур» татар театрында тормошҡа ашырыла. «Кызыл таң»дың йырлы кистәре» исемле проект гәзит уҡыусылар, Өфө халҡы араһында ҙур популярлыҡ яуланы. Проект сиктәрендә Тәтешле, Баҡалы, Илеш, Дүртөйлө, Борай райондары концерт менән сығыш яһаны. Был сараларҙан фотолар шулай уҡ яңы фотоальбомда урынлаштырылған.

Үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын республика гәзите 23 мартта «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында билдәләйәсәк. Редакция коллективы сараға үҙенең әүҙем уҡыусыларын, авторҙарын, ҙур ҡунаҡтарҙы, шулай уҡ Татарстандан дуҫтарын саҡыра.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть