6 декабрь, Шишәмбе

07 февраль 2013 йыл, 10:08

Республикала интервенция фонды игене һатыла башланы

автор: Галина Бахшиева

Шаршамбы, 6 февралдә, Башҡортостанда интервенция фонды игене һатыла башланы.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Күмертауҙа Маяҡ элеваторынан сауҙала 1350 тонна фураж игене һатылған. Йәмғеһе 10 лот.

Киләһе сауҙа республикала 12-13 февралгә планлаштырылған.

Милли тауар биржаһы мәғлүмәттәре буйынса, тауар интервенциялары үткәрелә башлағандан алып, йәғни 2012 йылдың 23 октябренән дәүләт фондынан 13,57 миллиард һум суммаға 1,62 миллион тонна иген һатылған.

Өсөнсө класлы игендең тоннаһы, уңыштың ниндәй йылғы булыуына ҡарап, уртаса 8277-9358 һум тәшкил иткән. 4 класлы игендең тоннаһы 7947-9355 һумға һатылған.

Башлыса иген һатыу Себер, Урал һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округтары өсөн ҡаралғайны. 6 ноябрҙә сауҙаға барлыҡ округтарҙың он һәм ҡатнаш аҙыҡ етештереү сәнәғәте предприятиелары йәлеп ителде, ә сауҙа итеү күләме аҙнаһына 110 мең тонна игендән 130 мең тоннаға тиклем артты.

25 декабрҙән поставкалау базалары исемлеге лә киңәйтелде – өс округҡа Ырымбур өлкәһе ҡушылды, 6 февралдә исемлеккә Рәсәйҙең Европа өлөшө, шул иҫәптән Башҡортостан индерелде.