Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда Пенсия фонды социаль программаларға 17 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтте

Иҡтисад

2012 йылда Пенсия фонды Башҡортостандың социаль программаларын тормошҡа ашырыуға 17,2 миллион һум аҡса йүнәлтте. Республика Хөкүмәте менән Башҡортостан буйынса Рәсәй Пенсия фонды бүлексәһе араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, бындай финанс ярҙам Пенсия фонды бюджетынан 1999 йылдан башлап йыл һайын күрһәтелә.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, 4,9 миллион һум күләмендә бүленгән субсидия 568 эшләмәгән пенсионерға, ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы алыусыларға торлаҡҡа газ үткәреү буйынса сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплауға тотонолған. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү буйынса туғыҙ учреждениела ремонт эштәрен үткәреүгә 7,1 миллион һум йүнәлтелгән. 2,3 миллион һумға биш психоневрология интернаты өсөн төрлө тәғәйенләнештәге ҡорамалдар һатып алынған.

Килешеүҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә республикала йәшәгән 1737 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Бынан тыш, Бөрйән, Дыуан, Йәрмәкәй, Йылайыр, Салауат, Федоровка, Хәйбулла райондарының, Бәләбәй, Бөрө, Учалы ҡалаларының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәктәре өсөн 10 микроавтобус һатып алынған. Транспорт средстволары оло йәштәге кешеләргә ашығыс социаль һәм медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн файҙаланыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть