8 декабрь, Кесе йома

06 февраль 2013 йыл, 14:46

Михаил Бабич: «Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәрендә электрон хөкүмәт системаһы тулы ҡеүәтенә эшләй башларға тейеш»

автор: Арина Рәхимҡолова

Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич РФ Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы вәкилдәре, Волга буйы федераль округы төбәктәренең хөкүмәт рәйестәре урынбаҫарҙары һәм вице-губернаторҙары менән округ кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда ведомство-ара хеҙмәттәшлек итеүҙе ойоштороу, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү мәсьәләләре тикшерелде.

Рәсәй Президенты дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү һәм 2018 йылға бындай хеҙмәттәр менән файҙаланған граждандар һанын 70 процентҡа еткереү бурысын ҡуйғайны. Әммә округтың барлыҡ төбәктәрендә лә ведомство-ара тулы масштаблы эшмәкәрлек алып барылмай. Хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү йәһәтенән ҡайһы бер проблемалар килеп тыуа.

— Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәрендә электрон хөкүмәт системаһы тулы ҡеүәтенә эшләй башларға тейеш, — тип белдерҙе тулы хоҡуҡлы вәкил.

Электрон хөкүмәт системаһы йәһәтенән ведомтсво-ара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек ойоштороу һәм дәүләт хеҙмәттәрен электрон төргә күсереү өсөн, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар РФ Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына федераль хеҙмәттәр әҙерләү һәм уларҙы һынап ҡарау эшмәкәрлеген ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамларға, шулай уҡ хеҙмәттәрҙе Берҙәм порталға урынлаштырғанда төбәктәрҙә килеп тыуған техник проблемаларҙы хәл итергә тәҡдим итте. Төбәктәр дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү буйына эшмәкәрлекте тиҙләтергә тейеш.

Волга буйы федераль округы төбәктәренең барлыҡ башҡарма власть органдары башҡарылған эш хаҡында Рәсәй Президентының округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиленә хәбәр итеп торасаҡ.