3 декабрь, Шәмбе

06 февраль 2013 йыл, 14:14

БДПУ студенты француз йыры конкурсында еңеүсе булды

автор: Розалия Вәлиева

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенткаһы Миләүшә Әғәҙуллина Республика француз йыры конкурсында еңеү яуланы.

Ул «Prends garde à ta langue» («Телеңдән һаҡ бул») йыры менән сығыш яһаны. Киләһе этап – ағымдағы йылдың 4 мартында Екатеринбургта үтәсәк «Фестишан-2013» төбәк француз йыры конкурсында ҡатнашыу. Унда Миләүшә Әғәҙуллина Эдит Пиаф йырын башҡарасаҡ. Екатеринбургта фестивалдә еңеүселәргә Францияға барыу бәхете тәтейәсәк.

темалар: конкурстар