8 декабрь, Кесе йома

06 февраль 2013 йыл, 12:32

Стәрлетамаҡ районының бала баҡсалары ҡала сабыйҙарын ҡабул итергә әҙер

автор: Людмила Терновая

Стәрлетамаҡ районы хакимиәте Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 20 километр алыҫлыҡта урынлашҡан ауылдарҙа мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын реконструкциялау һәм уларға капиталь ремонт үткәреү проектын әҙерләй. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Раэль Рәхмәтуллин көн элгәре республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашыу барышында һөйләне.

— Стәрлетамаҡ районы ҡабул ителгән нормативтарға ярашлы мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары менән тәьмин ителгән, — тип хәбәр итте муниципалитет башлығы. – Бөгөнгө көндә районда 22 бала баҡсаһы эшләй, уларҙа 1057 сабый тәрбиәләнә. Шулай уҡ 18 белем биреү мәктәбендә 348 бала шөғөлләнә. Әлеге ваҡытта район хакимиәте Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 20 километр алыҫлыҡта урынлашҡан ауылдарҙа мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын реконструкциялау һәм уларға капиталь ремонт үткәреү проектын әҙерләй. Әлеге бала баҡсаларына ҡала балаларын урынлаштырыу иҫәбенә ундағы буш урындарҙы бөтөрөү проекттың төп маҡсаты булып тора. Асыҡланыуынса, күпселек ата-әсәләр сабыйҙарын ҡаланан яҡын урынлашҡан ауылдарҙағы бала баҡсаларына йөрөтөргә әҙер. Был маҡсаттарға ирешер өсөн дүрт бала баҡсаһына капиталь ремонт үткәреү талап ителә.

Республика Президенты был башланғысты хупланы.

— Ҡаланан ситтә урынлашҡан бала баҡсаһы – тағы ла яҡшыраҡ, сөнки унда саф һауа, — тигән фекерен белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Стәрлетамаҡ сабыйҙары ҡала янында урынлашҡан ауылдарҙағы бала баҡсаларына йөрөй башлһа, миңә хәбәр итегеҙ. Артабан был йүнәлештә бергәләп эшләйәсәкбеҙ.

Стәрлетамаҡ хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бала баҡсаларына ете меңдән ашыу сабый сиратта тора. Бөгөнгө көндә ҡалала йәмғеһе 59 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләй.