Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

«Ҡағыҙ бумы!» сиктәрендә баш ҡалала 48 тоннанан ашыу макулатура йыйылған

Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районы уҡыусылары «Ҡағыҙ бумы!» акцияһының икенсе этабы сиктәрендә 17 тоннаға яҡын макулатура йыйған.

Шулай итеп, акция йомғаҡтары буйынса Башҡортостан баш ҡалаһының Киров һәм Ленин райондарында йәмғеһе 48 тоннанан ашыу макулатура йыйылған, тип хәбәр ителә Башҡортостандың Экология порталында.

Тәбиғәтте һаҡлау акцияһының киләһе этаптары Өфөнөң Дим һәм Совет райондарында дауам итәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡағыҙ бумы!» Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сиктәрендә үткәрелә. Ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу һәм эшкәртеү мәсьәләһенә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, тәбиғәт ресурстарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, шулай уҡ балаларҙы ҡаланы таҙартыу эшмәкәрлегенә йәлеп итеү акцияның төп маҡсаттары булып тора.

Эшкәртеүгә йүнәлтелгән бер тонна макулатура дүрт кубометрға яҡын ағасты һаҡлай, ә был биш ҙур ағас тигән һүҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть