Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә инвалидтар өсөн юридик клиника асылды

Йәмғиәт

Өфөлә «Йомарт йөрәк» хәйриә марафоны сиктәрендә инвалидтар өсөн юридик клиника асылды. Тәүге көндө консультация алырға 15 кеше килде, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Квалификациялы белгестәр барлыҡ һорауҙарға яуап бирҙе, дәүләт менән гарантияланған социаль ярҙам саралары тураһында һөйләне. Проект сиктәрендә бынай ярҙам бушлай күрһәтелә.

Мөрәжәғәт иткән граждандарҙың күпселеген инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, шулай уҡ индивидуаль торлаҡ төҙөү өсөн уларға ер участкалары бүлеү мәсьәләләре борсой.

Осрашыу барышында инвалидлыҡ буйынса пенсия күләме, өҫтәмә түләүгә хоҡуҡ, инвалидлыҡты билдәләү һәм уның буйынса ялыу биреү механизмы мәсьәләләре лә ҡуҙғатылды.

Әлеге проектты ойоштороусылар киләсәктә граждандар менән бындай осрашыуҙарға РФ Пенсия фонды, Медицина-социаль экспертиза бюроһы, ҡала хакимиәтенең торлаҡты бүлеү һәм иҫәпкә ҡуйыу бүлеге белгестәрен йәлеп итергә планлаштыра. Шулай уҡ айырым мәсьәләләргә арналған тематик консультациялар ойоштороласаҡ.

Граждандар Октябрь проспекты, 114/1 адресы буйынса Өфө хакимиәтенең Халыҡа социаль ярҙам идаралығында һәр шишәмбе һайын 16 сәғәттән 18-гә тиклем ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть