Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов яҙғы сәсеүгә әҙерлек һәм иген баҙарындағы хәл буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

Сәйәсәт

5 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек һәм иген баҙарындағы хәл мәсьәләләре буйынса кәңәшмә эшендә ҡатнашты, сараны видеоконференция режимында РФ Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Кәңәшмәне асып, Дмитрий Медведев алдағы аҙнанан илдең Европа өлөшөндә иген баҙарында тауар интервенциялары башланасағы хаҡында әйтте. «Интервенция фонды игенен башҡа майҙансыҡтарҙа – илдең Европа өлөшөндә һатыу тураһына ҡарар ҡабул иттем», — тине Рәсәй Хөкүмәте рәйесе. Әлеге ваҡытта тауар интервенциялары Себер, Урал һәм Алыҫ Көнсығыш округтарында үткәрелә.

Яҙғы сәсеүгә әҙерлек хаҡында һөҙ йөрөтөп, Дмитрий Медведев яҙғы баҫыу эштәрен финанслауға 263,5 миллиард һум аҡса талап ителеүен әйтте. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе шулай уҡ Ауыл хужалығы министрлығына, Энергетика министрлығына аграрийҙарҙы яғыулыҡ-майлау материалдары менән ваҡытында тәьмин итеү буйынса саралар күрергә ҡушты.

Кәңәшмәлә Дмитрий Медведев Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү шарттарында ауыл хужалығы тармағына дәүләт ярҙамы механизмдарының һөҙөмтәлелеген арттырыу кәрәклеген билдәләне. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдан яңы дәүләт ярҙамы механизмы – сәсеү майҙанының һәр гектарын субсидиялау индерелә. Уның һүҙҙәренсә, федераль бюджетта был маҡсаттарға 15 миллиард һумға яҡын аҡса ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть