Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

ШОС һәм БРИКС саммиттарына Өфөнөң ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләре хәл ителәсәк

Иҡтисад

2015 йылда үткәреләсәк халыҡ-ара саммиттар – Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышы һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуы – Өфө өсөн көнүҙәк булған ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта самиттарға ҡарата ниндәй ҙә булһа объекттар төҙөү планлаштырылмай. Был хаҡта ИТАР-ТАСС агентлығының Өфөләге төбәк бүлексәһендә шишәмбе, 5 февралдә, үткән матбуғат конференцияһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов хәбәр итте.

Вице-премьер әҙерлек сараларын финанслау күләменең яҡынса 60 миллиард һум тәшкил итәсәген билдәләне. Федераль һәм республика бюджеттарынан, шулай уҡ инвесторҙарҙан яҡынса 20-шәр миллиард һум йәлеп ителәсәк. Шул уҡ ваҡытта төбәк бюджетынан социаль өлкәгә йүнәлтелгән средстволар күләме (улар бюджеттың 76 процентын тәшил итә) үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ, тип ышандырҙы Салауат Сәғитов.  

Өфөләге ҡайһы бер объекттарҙы төҙөү һәм реконструкциялау эштәре тиҙләтеләсәк. Шулай итеп, «Өфө» аэропортындағы халы-ара терминалды реконструкциялау сроктары күсерелә. Бығаса «Өфө» аэропорты өсөн 2015 йылда средстволар бүлеү планлаштырылғайны. Саммиттар үткәреү айҡанлы был ваҡыт күсерелде. «Федераль һауа транспорты агентлығы 2,3 миллиард һум күләмендә аҡса йүнәлтте лә инде», — тип хәбәр итте Салауат Сәғитов.

Алдағы ике йыл ярым эсендә Өфөнөң көньяғында урынлашҡан иҫке йорттарҙан граждандарҙы күсереү, «Нефтсе» мәҙәниәт йортон, Башҡорт дәүләт университеты корпусын реконструкциялау мәсьәләләре хәл ителәсәк. «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте средстволары иҫәбенә Өфөнөң тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы тамамлау мәсьәләһе ҡарала. Йорттарға капиталь ремонт үткәреү һәм ихаталарҙы комплекслы ремонтлау буйынса эштәр дауам ителсәк. Өфө мэрияһы мәғлүмәттәренә һылтанма яһап, Салауат Сәғитов, өс йыл эсендә ҡалала 450 йорт һәм 70 ихата төҙөкләндереләсәк, тип хәбәр итте. 2011-2012 йылдарҙа башланған программа тормошҡа ашырыла.

Ҡунаҡханаларға килгәндә, вице-премьер һүҙҙәренсә, улар инвесторҙар средстволары иҫәбенә төҙөләсәк.

Барлыҡ мәғлүмәт ufa2015.ru сайтында урынлаштырыласаҡ (сит ил партнерҙары өсөн — ufa2015.com). «Әлеге ваҡытта был сайт әҙерләү стадияһында, — тип хәбәр итте вице-премьер. – Төрлө мәсьәләләр буйынса халыҡ менән тура бәйләнеш ойошторасаҡбыҙ».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть