Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.08 ↓

EUR 68.00 ↑

21 июль, Йома

Уфа   °

Күмертауҙа 40 ғаилә фатир алды

Йәмғиәт

Күмертауҙа 40 ғаиләгә яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырылды. Авария хәлендәге йортта йәшәгән ғаиләләр торлаҡты Энергетиктар урамында ҡалҡып сыҡҡан яңы йорттан алды. Өй туйлаусыларҙың барыһы ла әлегә тиклем һигеҙ фатирлы ағас йорттарҙа йәшәгән.

Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса федераль программаны, шулай уҡ 2012 йылға Башҡортостан Республикаһының граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программаһын бойомға ашырыу сиктәрендә бындай шатлыҡлы ваҡиға икенсе йыл рәттән тормошҡа ашырыла. Былтыр Күмертауҙа йәшәгән 63 ғаилә торлаҡ менән тәьмин ителде.

Ағымдағы йылдың йәйендә йорт алды биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла.

Был маҡсаттарға йәмғеһе 59 миллион һум аҡса тотонолдо, уларҙың 36 миллион һумға яҡыны – федераль бюджеттан, яҡынса 13 миллион һумы – республика бюджетынан һәм 10 миллионы Күмертау бюджетынан йәлеп ителде, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть