2 декабрь, Йома

05 февраль 2013 йыл, 15:13

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары тәғәйенләнде

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары итеп Илдар Йәһүҙинды тәғәйенләне. Әлегә тиклем ул «Башкиргражданпроект» проект институты ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль планлаштырыу оҫтаханаһы начальнигы булып эшләгән.

Йәһүҙин Илдар Риф улы 1960 йылда Күгәрсен районының Подгорный ауылында тыуған. 1985 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда Мәләүез район мәҙәниәт йортонда биҙәүсе-рәссам булып башлай.

1978 – 1980 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1985 – 2005 йылдарҙа Федоровка районының баш архитекторы, Федоровка районы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй.

2006 – 2007 йылдарҙа Федоровка районы хакимиәтенең төҙөлөш һәм архитектура бүлеге начальнигы вазифаһын башҡара.

2007 – 2008 йылдарҙа БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө органдары эшмәкәрлеген координациялау бүлеге начальнигы була.

2008 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем «Башкиргражданпроект» проект институты ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль планлаштырыу оҫтаханаһы начальнигы вазифаһын башҡарған.