Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

БР Территориаль үҫеш буйынса агентлығы етәксеһе урынбаҫары тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов БР Территориаль үҫеш буйынса агентлығы етәксеһе урынбаҫары итеп Радик Гәрәевты тәғәйенләне. Әлегә тиклем ул Өфө хакимиәтенең иҡтисад идаралығында бүлек начальнигы булып эшләгән.

Гәрәев Радик Нәби улы 1960 йылдың 12 февралендә Өфөлә тыуған. 1983 йылда Өфө авиация институтын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда Өфө авиация институтында лаборант булып башлай.

1985 йылдан СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге Өфө агрегат производство берекмәһенең ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары, секретары, ВЛКСМ-дың Башортостан өлкә комитетында эштәр идаралығы инструкторы, Башҡортостан Демократик йәштәр иттифағының эштәр идаралығы секторы мөдире вазифаларын башҡара. 1992 – 2001 йылдарҙа БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында эшләй.

2001 йылда Өфө хакимиәтенә эшкә күсә.

2005 йылдан — Рәсәй Федерацияһы дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть