3 декабрь, Шәмбе

05 февраль 2013 йыл, 13:12

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ районының Ҡуғанаҡ балалар йортонда булды

автор: Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков

Стәрлетамаҡ районына бөгөнгө эш сәфәре барышында республика Президенты Рөстәм Хәмитов Оло Ҡуғанаҡ ауылында урынлашҡан балалар йортонда булды. Элегерәк был учреждение бала баҡсаһы булған, әммә 2001 йылда үҙгәртеп ҡоролған.

Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балалар өсөн белем биреү учреждениеһында 32 хеҙмәткәр эшләй, уларҙың 16-һы – педагог. Бөгөнгө көндә бында 30 бала тәрбиәләнә. 15 бала патронат тәрбиәгә алынған.

Һәр төркөмдә алты-һигеҙ бала шөғөлләнә. Бүлмәләр мебель һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Заманса аудио- видеотехника, башҡа төр аппаратура бар. Балалар өсөн душ бүләмәләре, тренажер һәм компьютер залдары, массаж кабинеты эшләй.

Төркөмдәрҙең береһендә малайҙар һәм ҡыҙҙар Президентҡа үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы һөйләп ишеттерҙе. Йыйылыштар залында Башҡортостан Президенты балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр менән яһалған эштәр күргәҙмәһен ҡараны. Экспонаттарҙың береһен – аҡ сәскә гөлләмәһен – балалар Рөстәм Хәмитовҡа бүләк итте. Шулай уҡ бәләкәй артистар ҙур булмаған концерт ойошторҙо.

Башҡортостан Президенты балалар йортона ҙур плазмалы телевизор тапшырып, йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

Балалар йорто 1987 йылда төҙөлгән ике ҡатлы бинала урынлашҡан. Уға капиталь ремонт эшләнгән, 2006 йылда һыу менән тәьмин итеү системаһы яңыртылған. Учреждение ҡарамағында «ГАЗель» микроавтобусы һәм ике еңел автомобиль бар.

Бында тәрбиәләнеүселәр төрлө кимәлдәге конкурс, фестиваль, смотрҙарҙа ҡатнаша. Шулай итеп, театр студияһы Мәскәүҙә үткәрелгән «Йондоҙлоҡ» бөтә Рәсәй балалар художестволы ижады конкурсында еңеү яулаған. Балалар йорто командаһы Волга буйы федераль округының «Бала саҡ йондоҙҙары» балалар ижады конкурсы гала-концертында ҡатнашыу өсөн һайлап алынған, шулай уҡ республиканың көньяҡ төбәктәрендә урынлашҡан бала йорттары араһында балалар ижады фестивалендә еңеүгә лайыҡ булған. Бынан тыш, малайҙар һәм ҡыҙҙар район кимәлендә үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, фестиваль-конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай.