7 декабрь, Шаршамбы

05 февраль 2013 йыл, 12:09

Башҡортостан Президенты Стәрлетамаҡ районының ғаилә малсылыҡ фермалары эшмәкәрлегенә баһа бирҙе

автор: Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ районына эш сәфәре барышында Талалаевка ауылында урынлашҡан «Малакян А.О.» крәҫтиән-фермер хужалығында булды. Ул эре мал, һарыҡ, ат, сусҡа, бал ҡорттарын үрсетеү буйынса махсуслашҡан. Үткән йылдың ғинуарында булдырылған предприятие бизнестың яңы йүнәлешен үҙләштерә – бында йылҡы малы үрсетеү һәм һимертеү, ҡымыҙ етештереү буйынса махсуслашҡан производство булдырыла.

2012 йылда шәхси эшҡыуарға, «2012-2014 йылдарға Башҡортостан Республикаһының крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары нигеҙендә ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» маҡсатлы программаһында ҡатнашыусы булараҡ, биш миллион һум күләмендә грант тапшырылды. Был суммаға эшҡыуар рус тоҡомло аттар һатып алған. Әлеге ваҡытта хужалыҡта Пермдән һәм Мари Иленән килтерелгән бындай аттарҙың һаны 80-гә етә. Фермала хәбәр итеүҙәренсә, был һанды 300-гә тиклем еткереү планлаштырыла. Малдың ауырлығы 1000 килограмға етә. Бынан тыш, «Малакян А.О.» хужалығы аттары төрлө махсус күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулай.