3 декабрь, Шәмбе

05 февраль 2013 йыл, 11:23

Рөстәм Хәмитов – Стәрлетамаҡ районында

автор: Людмила Терновая | фото: Олег Яровиков

Бөгөн, 5 февралдә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Стәрлетамаҡ районына юлланды. Сәфәрҙә уны республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко оҙатып йөрөй.

Оло Аксаков ауылының «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы предприятиеһында Рөстәм Хәмитов һөтсөлөк комплексы эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятие директоры Александр Бражников һөйләүенсә, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт 1959 йылда булдырылған. Иген һәм мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтереү, шулай уҡ һөт һәм ит етештереү эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре булып тора. 2011 йылда 18 миллион һумдан ашыу суммаға ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған, 2012 йылда был маҡсаттарға 9,5 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ эҙемтәләре хаҡында һүҙ йөрөткәндә, предприятие етәксеһе хәбәр итеүенсә, зыян күләме яҡынса 6 миллион һум тәшкил иткән.  

Республика башлығы хужалыҡтың һөтсөлөк-тауар фермаһында булды. Ферма биналары 20 йыл элек төҙөлгән, дүрт һыйыр аҙбары һәм дүрт быҙау аҙбары бар. Бында 196 баш һыйыр малы аҫрала, уларҙың һаны йылдан йыл арта килә. «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы предприятиеһы «500 ферма» программаһында ҡатнаша, программа буйынса бүленгән средстволарға производство үҫтерелә, бүлмәләр яңыртыла.

Рөстәм Хәмитов хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, хеҙмәт хаҡы, эш шарттары хаҡында ҡыҙыҡһынды. Республика башлығына автоматлаштырылған һөттө һыуытыу ҡоролмаһын күрһәттеләр. Президент шулай уҡ быҙау аҙбарын ҡараны, унда 160 баш йәш мал аҫырала.