7 декабрь, Шаршамбы

05 февраль 2013 йыл, 10:17

Белоретта Сталинград һуғышында ҡатнашыусылар менән осрашыу үтте

автор: Әлим Фәйезов | фото: Ольга Колесникова

Дүшәмбе, 4 февралдә, Белорет районы хакимиәте башлығы Владислав Миронов Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары — Сталинград һуғышында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Белорет районында бөгөнгө көндә Сталинград һуғышында ҡатнашҡан ун өс ветеран йәшәй, әммә осрашыуға уларҙың өсәүһе генә килә алды. Улар – Михаил Дмитриев, Иван Сухов һәм Константин Дмитриев. Сарала шулай уҡ район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, Халыҡты социаль яҡлау идаралығы начальнигы Сергей Творогов, хәрби комиссариат бүлеге начальнигы Вадим Сәйәхов, Белорет ҡалаһы һәм районы Ветерандар советы рәйесе Нина Сафонова, Ветерандар советы президиумы рәйесе Сергей Тяжельников һәм «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Ветерандар советы рәйесе Сергей Болонин ҡатнашты, тип хәбәр итте район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Ольга Колесникова.

Хакимиәт башлығы Владислав Миронов ветерандарҙы Сталинград янында немец-фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеүгә 70 йыл тулыу менән ҡотланы. Уларға хәрби батырлыҡ күрһәткәне, Еңеүгә, һуғыштан һуңғы осорҙа илде тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индергәне, йәмғиәт тормошонда һәм йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Хакимиәт башлығы ололарға иҫтәлекле бүләктәр, Волгоград өлкәһе губернаторы Сергей Боженов исеменән ҡотлау хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ, район етәксеһе һүҙҙәренсә, Сталинград һуғышында ҡатнашҡан барлыҡ ун өс кешегә урындағы бюджет средстволары иҫәбенә бер тапҡыр матди ярҙам күрһәтеләсәк.