8 декабрь, Кесе йома

05 февраль 2013 йыл, 9:30

Илдар Абдразаҡовҡа Татарстан Республикаһының халыҡ артисы исеме бирелде

автор: Розалия Вәлиева

Билдәле опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов «Татарстан Республикаһының халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булды. Был хаҡта «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталында хәбәр ителә.

Йырсы һүҙҙәренсә, был уның өсөн көтөлмәгән ваҡиға, сөнки ул Татарстанда бик үк йыш сығыш яһамай. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ул бер нисә тапҡыр Ҡазанда үткән Ф.И.Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара фестивалдә, шулай уҡ «Рахлин миҙгелдәре» халыҡ-ара фестивален ябыу тантанаһының гала-концертында ҡатнаша.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылдың декабрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов указы менән Илдар Абдразаҡовҡа «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеме бирелде. Шулай уҡ ул «Донъяның иң яҡшы басы» исеменә һәм «Грэмми» премияһына лайыҡ.