10 декабрь, Шәмбе

04 февраль 2013 йыл, 16:28

Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә «Рәсүлев уҡыуҙары» үтәсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе һәм дин әһеле Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 180 йыл тулыуға арналған әҙәби уҡыуҙар Башҡортостандың Учалы районында һәм Троицк ҡалаһында үтәсәк. Силәбе өлкәһенең был ҡалаһы осраҡлы ғына һайланмаған, тап шунда Зәйнулла Рәсүлев легендар «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен төҙөй.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин Силәбе өлкәһе мөфтөйө ярҙамсыһы Марат Сабиров менән бергә Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко менән осрашты. Һөйләшеү барышында яҡтар бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 180 йыл тулыуға арналған төбәк-ара байрам үткәреү мәсьәләләрен тикшерҙе. Был ваҡиғаны мосолман халҡы ағымдағы йылдың яҙында билдәләйәсәк.

Кәңәшмәлә Троицк ҡалаһында һәм Учалы районында икенсе бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһын үткәреү тураһында һөйләшеп килешелде. Шулай уҡ мәғрифәтсенең тыуған ере – Учалы районында «Әүлиә» шишмәһенә барыу ойоштороласаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары Михаил Хәбиров.