8 декабрь, Кесе йома

04 февраль 2013 йыл, 14:53

Көйөргәҙе районында Кинйә Арыҫланов исемендәге йәштәр премияһы булдырыласаҡ

автор: Людмила Терновая

Көйөргәҙе районында Кинйә Арыҫланов исемендәге йәштәр премияһы булдырыласаҡ. Премия фән, спорт, мәҙәниәт өлкәләрендә һәм производствола уңыштарға өлгәшкән йәштәргә тапшырыласаҡ. Бындай идея район хакимиәтендә йәштәргә ярҙам итеү һәм районда спорт өлкәһен үҫтереү мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә тәҡдим ителде. Сарала ҡатнашыусылар йәштәрҙе райондың ижтимағи тормошона йәлеп итеү мәсьәләләрен тикшерҙе, алдағы ваҡытҡа планлаштырылған спорт саралары хаҡында һөйләне.

Үткән йылда башҡарылған эштәр һәм ағымдағы йылда ойоштороласаҡ саралар тураһында доклад менән район хакимиәтенең баш белгесе Василий Копылов һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Дмитрий Балянов сығыш яһаны.

Кәңәшмәлә Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто ҡарамағында хәрби-патриотик клуб булдырыу мөмкинлектәре тикшерелде. Эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре араһында түбәндәгеләр билдәләнде: йәштәр эшҡыуарлығына булышлыҡ итеү, район ауылдарын төҙөкләндереүгә һәм уларҙың экологик хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән проекттар әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу, берлектә саралар үткәреп, кадрҙар резервын әҙерләү.

Әүҙем йәштәрҙең башланғыстарын хуплау маҡсатында районда Кинйә Арыҫланов исемендәге премия булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә уңыштарға өлгәшкән йәштәр аҡсалата премия һәм иҫтәлекле билдә менән наградланасаҡ.