3 декабрь, Шәмбе

04 февраль 2013 йыл, 12:13

Сибайҙа 12 етем бала фатир алды

автор: Ольга Мортазина

Сибайҙа 12 етем балаға фатир асҡыстары тапшырылды. Уларға фатирҙар социаль торлаҡ төҙөү республика программаһы буйынса төҙөлгән йорттан бирелде. 2013 йылда ошо уҡ программа сиктәрендә ҡала йәнә ике йорт төҙөргә планлаштыра, тип хәбәр иттеләр Сибай ҡалаһы хакимиәтенән.

«Үткән йылда ҡала 38 етем баланы торлаҡ менән тәьмин итте. Торлаҡ сертификаттары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм уларҙың тол ҡатындарына – йәмғеһе 23 кешегә, шулай уҡ өс күп балалы ғаиләгә, бер инвалидҡа тапшырылды. Йәштәр программалары буйынса 30 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Иҫке йәки авария хәлендәге йорттан күсереү программаһы буйынса алты күп фатирлы йорт төҙөлдө, тиҙҙән унда 56 ғаилә күсәсәк», — тип хәбәр итте Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Рәсүл Байгилдин.