11 декабрь, Йәкшәмбе

04 февраль 2013 йыл, 11:49

Республика Президенты Баҡалы, Илеш һәм Благовар райондарында булды

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш визиты менән Баҡалы, Илеш һәм Благовар райондарына булды.

Баҡалы ауылында республика етәксеһе «Олимп» физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү барышы менән танышты. Объекттың смета хаҡы 60 миллион һум тәшкил итә. Әлеге ваҡытта төп төҙөлөш эштәре тамамланған. Төҙөүселәр республика Президентына хәбәр итеүенсә, теүәл бер айҙан объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Майҙаны ике мең квадрат метр тәшкил иткән бинала универсаль спорт залы, теннис корттары, фитнес-клуб, тренерҙар өсөн бүлмәләр урынлашасаҡ.

Рөстәм Хәмитов үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының яңыртылған корпусында булды, унда капиталь ремонт эштәре тамамланған. Башҡортостан Президенты бер нисә табип бүлмәһен ҡараны, медицина техникаһы һәм кадрҙар менән тәьмин ителеш хаҡында ҡыҙыҡһынды, «Земство табибы» программаһы буйынса районға ҡайтҡан йәш табиптар менән аралашты.

Баҡалы ауылының Мәҙәниәт һарайында Рөстәм Хәмитов район активы менән осрашыу үткәрҙе, унда 2012 йылда территорияны социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүгә йомғаҡ яһалды һәм ағымдағы йылға пландар тикшерелде. Президент хәбәр итеүенсә, демографиянан тыш, районда күрһәткестәр насар түгел. Етештереү күләмдәре арта, эш хаҡы 17,5 процентҡа артып, әлеге ваҡытта 14 мең һумға етә. Әммә был уртаса республика күрһәткесенән түбәнерәк, тип билдәләне төбәк башлығы. Шулай уҡ районда 15 мең квадрат метрға яҡын торлаҡ төҙөлгән, 173 миллион һумға техника һатып алынған, дүрт хужалыҡ «500 ферма» программаһында ҡатнаша.

Илеш районында Рөстәм Хәмитов Иҫке Күктау ауылы янында урынлашҡан «Уңыш» ауыл хужалығы предприятиеһының һөтсөлөк-тауар фермаһында булды. «500 ферма» республика программаһы сиктәрендә бында һөтсөлөк комплексы яңыртылған. Төҙөлөш-монтажлау эштәренә, техника, орлоҡ һәм тоҡомло мал һатып алыуға йүнәлтелгән субсидияларҙың дөйөм күләме 15 миллион һумдан ашыу тәшкил итә, ә проект хаҡы – 66 миллион һум. Фермала 720 баш эре мал аҫрау планлаштырыла.

Түбәнге Йәркәй ауылында республика Президенты «Завод» биҫтәһен төҙөү буйынса пландар менән танышты. Үҙләштерелгән биләмәлә 168 шәхси торлаҡ йорт, 198 урынлыҡ мәктәп, парк, социаль-мәҙәни объекттар төҙөү планлаштырыла. Бында Рөстәм Хәмитов төҙөлөп ятҡан балалар баҡсаһын ҡараны, ул 110 урынға иҫәпләнгән. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында инглиз теле, рәсем, музыка һәм физик культура буйынса түңәрәктәр эшләйәсәк. Республика Президенты башҡарылған эштәргә юғары баһа бирҙе.

Үрге Йәркәй ауылында Рөстәм Хәмитов «Илешит» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Предприятиеның проект ҡеүәте йылына 2500 тонна продукция тәшкил итә. Комбинат етәкселеге производствоны яңыртыуға 10 миллион һум йүнәлтеп, етештереү күләмен 262 процентҡа арттырырға иҫәпләй.

Артабан республика Президенты Илеш районы активы менән осрашыу үткәрҙе, унда районды иҡтисади-социаль йәһәттән үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнде. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Илеш районы республиканың алдынғы райондарның береһе булып тора.

— Киләсәгегеҙ ышаныслы булыуына тамсы ла шикләнмәйем, — тине Башҡортостан Президенты. – Унан да бигерәк, күпселек йәһәттән беҙҙең республика өсөн өлгө булып торорға тейешһегеҙ. Илеш районының хәл-торошона ҡарап, республика тормошон баһалайҙар. М7 трассаһы яғынан һеҙ «ҡапҡа» булып тораһығыҙ. Һеҙҙең районға ҡарап, кешеләр тотош республикаға баһа бирә. Шуға күрә иңегеҙгә икеләтә яуаплылыҡ ята.

Благовар районының Дмитриевка ауылында Рөстәм Хәмитов мал үрсетеү һәм ит эшкәртеү буйынса яңы комплекста булды. Ул «Таврос» компанияһының инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән. Проект Башҡортостандың бер нисә районында биш заманса малсылыҡ предриятиеһын ойоштороуҙы күҙ уңына тота. Уларҙың дөйөм ҡеүәте йылына 70 мең тонна сусҡа ите тәшкил итергә тейеш. Проект хаҡы – 12,5 миллиард һум. Яңы производство бер меңдән ашыу эш урынын булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Республика Президенты яңы төҙөлгән комплекстың бүлмәләрен ҡарап сыҡты. Оҙаҡламай бында Даниянан 400 баш сусҡа килтереләсәк. Киләсәктә был һанды биш меңгә еткереү планлаштырыла. Рөстәм Хәмитов инвесторҙар менән һөйләште, предприятиены файҙаланыуға тапшырғанда килеп тыуған проблемалар хаҡында һорашты.

— Беҙ һеҙҙең менән бергә эшләйбеҙ, шуға күрә комплексты сафҡа индереү йәһәтенән республика етәкселеге һәр яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, — тине Башҡортостан Президенты.

темалар: бр президенты