8 декабрь, Кесе йома

04 февраль 2013 йыл, 9:29

Башҡортостан Президенты «2013-2015 йылдарға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге» программаһын раҫланы

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «2013-2015 йылдарға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге» республика маҡсатлы программаһын раҫланы.

Документ 2015 йылға юлдарҙа үлем осраҡтарын 2010 йыл менән сағыштырмаса 9 процентҡа кәметеүгә йүнәлтелгән. Был күрһәткескә ирешеү өсөн айырым бурыстар билдәләнгән. Атап әйткәндә, юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү, юлдарҙа аварияларҙа зыян күргәндәргә ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү һәм башҡалар.

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, маҡсатлы программаны финанслау күләме 1,1 миллиард һум тәшкил итә, шул иҫәптән республика бюджетынан 752,5 миллион һум йәлеп ителә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары үтәлешенә контроллек итеү БР Хөкүмәте вице-премьеры Марат Мәһәҙиевҡа йөкмәтелде.