6 декабрь, Шишәмбе

01 февраль 2013 йыл, 16:32

Өфөнөң электр транспорты паркы яңы троллейбустар менән тулыланды

автор: Арина Рәхимҡолова | фото: Андрей Старостин

Ҡаланың электр транспорты селтәрен яңыртыу программаһы сиктәрендә Өфөлә биш яңы троллейбус һатып алынды. Баш ҡаланың муниципаль электр транспорты идралығына яңы техника тапшырып, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов бының ҡаланың электр транспортын тергеҙеү буйынса аныҡ һөҙөмтә булыуын биләләне.

— Республика Президенты ярҙамы менән былтыр ун троллейбус һәм дүрт трамвай һатып алдыҡ. Был техника энергияны һаҡсыл файҙаланыу технологиялары буйынса эшләнгән. Шулай итеп, мәҫәлән, әлеге троллейбустар элеккеләре менән сағыштырмаса – 30-35 процентҡа, ә трамвайҙар 40 процентҡа тиклем электр энергияһын әҙерәк ҡуллана, — тине ҡала башлығы.

Ирек Ялалов билдәләүенсә, бөгөн барлыҡ пассажирҙарҙың дүрттән бер өлөшө, йәғни 55 миллион кеше электр транспорты менән йөрөй. Бынан тыш, әлеге ваҡытта Өфө белгестәре трамвай һәм метробус кеүек тиҙ йөрөүсе ер өҫтө транспорты төрҙәре системаһын әҙерләү буйынса проектлау эштәрен алып бара.

«Башҡортостан троллейбус заводы»ның яңы троллейбустарында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҡаралған, шулай уҡ коляскала ултырған инвалидтар өсөн махсус урындар булдырылған.

Ҡаланың электр транспорты селтәрен яңыртыу программаһы сиктәрендә 2013-2015 йылдарҙа йәмғеһе 100 троллейбус, 100 трамвай һәм 20 электробус һатып алыу планлаштырыла.