10 декабрь, Шәмбе

01 февраль 2013 йыл, 15:01

Тележурналист Луиза Фархшатова Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияға лайыҡ булды

автор: Розалия Вәлиева

Күгәрсен районының Мораҡ ауылында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премия тапшырыу тантанаһы үтте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

«Зәйнәб» фильмы һәм яҙыусының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса 1995-2003 йылдарҙағы тапшырыуҙар шәлкеме өсөн тележурналист Луиза Фархшатова наградланды. Шулай уҡ «Яҡтыға» роман-трилогияһын рус теленә тәржемә иткән өсөн үлгәндән һуң Юлай Әминев премияға лайыҡ булды. Бынан тыш, әҙәби премия йырсы Ғәзим Ильясовҡа һәм «Йөрәк хәтере» китабы өсөн публицист Рәшит Иҙрисовҡа тапшырылды.

Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева (1908-1996)  - Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, прозаик, шағир, драматург, тәржемәсе.

темалар: наградлауҙар