6 декабрь, Шишәмбе

01 февраль 2013 йыл, 13:44

Республиканың Йәштәр палатаһы Татарстандан хеҙмәттәштәре менән килешеү төҙөнө

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы Татарстандың йәш парламентарийҙары менән килешеү төҙөнө. 2 февралгә тиклем дауам итәсәк Ҡазанға визит сиктәрендә республиканың йәш парламентарийҙары «Татарстан Республикаһында һәм Башҡортостан Республикаһында йәштәр парламентаризмы нигеҙендә йәштәр инициативаларын үҫтереү» тип аталған түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Татарстандың йәштәр ойошмалары лидерҙары менән осрашыуҙар планлаштырылған.

— Йәй көнө «Мин — граждан» төбәк-ара форумын үтәрҙек, унда Ҡазандан да делегация ҡатнашты, — тип һөйләне БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы рәйесе Николай Самойленко. – Татарстандың йәш парламентарийҙары тығыҙыраҡ бәйләнештәр булдырыу маҡсатында беҙҙе яуап визиты менән саҡырҙы. Йәштәр ойошмалары үҙәген, спорт һәм ҡунаҡсыллыҡ инфраструктураһы объекттарын ҡарарға планлаштырабыҙ. Иң мөһиме, ике республиканың йәштәр ойошмалары араһында артабан бергәләп эш итеү йүнәлештәрен билдәләү зарур.

Николай Самойленко һүҙҙәренсә, Башҡортостандың Йәштәр йәмәғәт палатаһы Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә эшләгән йәш парламентарийҙар менән бәйләнештәр булдырыу практикаһын артабан да ҡулланасаҡ.