4 декабрь, Йәкшәмбе

01 февраль 2013 йыл, 13:14

Башҡортостанда 2012 йылда 107 мең сит ил кешеһе теркәлгән

автор: Ольга Мортазина

Башҡортостанда 2012 йылда 107 мең сит ил кешеһе иҫәпкә торған. Уларҙың күпселеге – Үзбәкстан, Тажикстан, Әзербайжан граждандары. Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы 1162 кешегә Рәсәй Федерацияһы гражданлығы биргән.

Үткән йылда 16 мең эшкә рөхсәт ҡағыҙы һәм 19 мең хеҙмәт патенты теркәлгән. Сит ил хеҙмәткәрҙәре менән түләнгән һалымдар күләме 90 миллион һумдан ашҡан. Миграция ҡануниәтен боҙған өсөн һалынған штрафтар 80 миллион һум тәшкил иткән. Дөйөм алғанда, миграция ағымы, 2011 йыл менән сағыштырғанда, 15 процентҡа артҡан. Был хаҡта Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығынан хәбәр иттеләр.