9 декабрь, Йома

01 февраль 2013 йыл, 12:47

Рафаэль Мәрҙәншин баш ҡалала граждандарҙы ҡабул итте

автор: Людмила Терновая

Дәүләт Думаһы депутаты Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитет ағзаһы Рафаэль Мәрҙәншин «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты, тип хәбәр итә ER.RU.

Депутатҡа Өфөлә һәм республиканың яҡын урынлашҡан ҡала һәм райондарында йәшәгән граждандар мөрәжәғәт итте. Әлеге сара – быйыл төбәк аҙналығы сиктәрендә үткәрелгән беренсе осрашыу. Рафаэль Мәрҙәншин һүҙҙәренсә, үткән йыл йомғаҡтары буйынса граждандар мөрәжәғәттәренең күпселек өлөшө ыңғай хәл ителгән.

— 2012 йылда һорауҙарҙың күпселек өлөшө енәйәт эштәрен асыуға һәм мутлыҡ ҡылған өсөн эшҡыуарҙарҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыуға ҡағылышлы булды, — тип һөйләне парламентарий. – Тейешле законға үҙгәрештәр индерелгәндән һуң, был тема буйынса мөрәжәғәттәр һаны һиҙелерлек кәмене. Әммә бизнесты рейдерлыҡ юлы менән тартып алыу буйынса мөрәжәғәттәр йышайҙы. Был мәсьәлә лә ябай түгел. Барлыҡ һорауҙар буйынса мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыштыҡ.

Депутат шулай уҡ үткән йылда ҡаралған закон проекттары тураһында һөйләне.

— Дәүләт Думаһында РФ Енәйәт кодексына төҙәтмәләрҙең өс блогы тикшерелә, — тип хәбәр итте Рафаэль Мәрҙәншин. – Тәүгеһе эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә ҡағыла. Үҙгәрештәрҙең икенсе блогы зыян күреүсенең ғаризаһы булмай тороп, енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙы тыйыу менән бәйле. Өсөнсөһө хоҡуҡ һаҡлау органдарына ҡарата яуаплылыҡты анығыраҡ билдәләй: оператив-тикшереү эшмәкәрлеге йомғаҡтарын боҙоп күрһәтеү өсөн енәйәт яуаплылығы индерелә. Төҙәтмәләрҙең барыһы ла халыҡҡа ярҙам итер, тип уйлайым.