6 декабрь, Шишәмбе

01 февраль 2013 йыл, 12:15

Өфөлә иң яҡшы торлаҡ йорт билдәләнәсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфө хакимиәте ҡала биләмәһендә төҙөлгән иң яҡшы шәхси торлаҡ йортҡа, иң яҡшы шәхси торлаҡ йорттар төркөмөнә смотр-конкурс иғлан итә.

Бәйгелә шәхси төҙөүселәр, төҙөүсе, проектлаусы ойошмалар, шулай уҡ заманса төҙөлөш материалдар һәм конструкциялар етештереүҙе үҙләштергән заводтар ҙа ҡатнаша ала. Унда ҡатнашыу шарттары һәм конкурс комиссияһы өсөн материалдар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Конкурс тураһындағы положениенан танышырға була.

Барлыҡ материалдарҙы һәм документтарҙы май айы уртаһына тиклем Өфө хакимиәтенең Баш архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығына тапшырыу мотлаҡ.

Конкурста ҡатнашыусыларға компетентлы комиссия баһа бирәсәк. Йомғаҡ яһау һәм еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһын Ҡала көнөнә ҡарата үткәреү планлаштырыла.