6 декабрь, Шишәмбе

01 февраль 2013 йыл, 11:24

Нефтекама ҡалаһына – 50 йыл

автор: Арина Рәхимҡолова

Бөгөн, 1 февралдә, РСФСР Юғары советы Президиумы Указы менән Нефтекаманың эшселәр ҡасабаһынан республика кимәлендәге ҡалаға үҙгәртелеүенә 50 йыл тула.

Ошо көндәрҙә Өфөлә БР Президенты хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов рәйеслегендә әлеге юбилей датаһын билдәләүгә әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте.

Ултырышта Нефтекама хакимиәте башлығы Илүс Ғарифулин БР Хөкүмәтенең 2012 йылдың 20 декабрендәге ҡарары менән раҫланған ҡала юбилейына әҙерлек планы үтәлеше тураһында һөйләне.

Графикка ярашлы,  2013 йылдың 31 авгусында төп сара Нефтекаманың «Торос» стадионында үтә. Ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында был иҫтәлекле көнгә арналған махсус рубрика асылған.

Шулай уҡ юбилей айҡанлы ҡала тураһында докуметаль фильм төшөрөләсәк. Стендтар, баннерҙар әҙерләнәсәк.

Йыл дауамында төрлө конкурстар, күргәҙмәләр, тематик кисәләр, спорт ярыштары һәм башҡа саралар үткәреү планлаштырыла. Ҡалала «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара фестивале, «Романсиада» төбәк-ара романс башҡарыусылар конкурсы, «Берҙәм ғаиләлә» милли мәҙәниәттәр фестивале үтәсәк.

Нефтекамала яңы мәҙрәсә, 220 урынға иҫәпләнгән дүрт балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Бынан тыш, бер нисә белем биреү учреждениеһына һәм «Торос» стадионына капиталь ремонт үткәреләсәк. Социаль йорттар, юлдар төҙөү планлаштырыла. Шулай уҡ ҡалаға нигеҙ һалыусыларға һәйкәл ҡуйыласаҡ.

Саралар планы тураһына тулыраҡ мәғлүмәт ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында урынлаштырылған.