3 декабрь, Шәмбе

01 февраль 2013 йыл, 10:38

Республикала Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияға Рауил Ғәлин һәм Сафуан Әлибаев дәғүә итә

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу буйынса комиссия конкурста ҡатнашыусыларҙың исемдәрен иғлан итте.

Улар араһында – Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры артисы Рауил Ғәлин (урта һәм өлкән йәштәге мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән «Дүрткүҙ» китабы өсөн). Ул Башҡортостан Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы менән тәҡдим ителде.

Шулай уҡ премияға яҙыусы Сафуан Әлибаев дәғүә итә (балалар өсөн тәғәйенләнгән «Һайланма әҫәрҙәр. II том» китабы өсөн). Уның кандидатураһы «Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы» йәмәғәт ойошмаһы менән тәҡдим ителде.

Комиссия йәмәғәт ойошмаларын, хеҙмәт коллективтарын һәм айырым кешеләрҙе 2013 йылдың 25 февраленә тиклем баҫма матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио тапшырыуҙарында, шулай уҡ хаттарҙа премияға дәғүә иткән эштәрҙе тикшереүҙә ҡатнашырға, үҙ фекерҙәрен, тәҡдимдәрен белдерергә саҡыра.

Комиссия адресы: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы,46, 419-се бүлмә, телефон: 280-80-75.