3 декабрь, Шәмбе

01 февраль 2013 йыл, 10:12

Башҡортостан Хөкүмәте менән БДБ эштәре буйынса федераль агентлыҡ араһында килешеү төҙөлдө

автор: Сергей Захаров

31 ғинуарҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте менән Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ араһында килешеү төҙөлдө. Документҡа БДБ эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Константин Косачев һәм Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, документ «Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының сит илдәрҙә абруйын нығытыу; Рәсәй Федерацияһының сит илдәр менән мөнәсәбәттәрен үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыу; халыҡ-ара, шул иҫәптән төбәк кимәлендә гуманитар, ғилми-техник, мәҙәни, мәғлүмәти һәм эшлекле бәйләнештәр булдырыуға, уларҙы нығытыуға, үҫтереүгә һәр яҡлап булышлыҡ итеү» маҡсатында төҙөлдө, тиелә документта.

Килешеүгә ярашлы, яҡтар сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтарға һәм уларҙың берләшмәләренә ярҙам итеү буйынса программа һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу, улар менән бәйләнеш булдырыу, Башҡортостандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеүенә булышлыҡ итеү, уның халыҡ промыслаларын Рәсәйҙән ситкә сығарыу, республикала урынлашҡан уҡыу йорттарының белем биреү хеҙмәттәрен экспортлауға булышлыҡ итеү кеүек төп йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләшеп килеште.

БДБ эштәре буйынса федераль агентлыҡ, килешеүгә ярашлы, үҙенең сит илдәрҙәге вәкиллектәрендә Башҡортостан тураһында төрлө материал таратасаҡ, сит илдәрҙә күргәҙмәләр, презентациялар, фестивалдәр, гастролдәр, республиканың башҡа төрлө мәҙәни акцияларын, конференциялар, семинарҙар үткәреүгә булышлыҡ итәсәк, республиканың сит ил партнерҙары менән хеҙмәттәшлек итеүен үҫтереүҙә ярҙам күрһәтәсәк.

Башҡортостан Хөкүмәте үҙ яғынан федераль агентыҡ менән берлектә үткәрелгән акцияларҙа, мәҙәни, ғилми, гуманитар һәм социаль сараларҙа, сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтарға ярҙам итеү буйынса сараларҙа ҡатнашырға, сит илдәрҙәге музейҙар, китапханалар, архивтар һәм уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итеүҙе үҫтерергә, агентлыҡтың ойоштороу эшмәкәрлегендә ҡатнашырға тейеш.

Осрашыу барышында шулай уҡ агентлыҡ нигеҙендә «Башҡортостан Республикаһы көндәре»н үткәреү мөмкинлеге тикшерелде.

— Беҙҙең республика өсөн был бик мөһим ваҡиға. Беҙ инвесторҙар йәлеп итәбеҙ, сит илдәр менән бәйләнештәр булдырабыҙ, шуға күрә агентлыҡтың ярҙамы беҙҙең өсөн үтә мөһим. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, бергәләп эшләһәк кенә илебеҙҙе һәм республикабыҙҙы сит илдәрҙә лайыҡлы күрһәтә аласаҡбыҙ. Константин Иосифович билдәләүенсә, беҙ күп йылдар дауамында хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Һәм артабан да ошо юҫыҡта эшләйәсәкбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Осрашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт Башҡортостан Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.

темалар: килешеү