9 декабрь, Йома

31 ғинуар 2013 йыл, 17:47

Республика парламенты депутаттары алдағы сессияға бурыстар билдәләне

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев республика парламентының 59-сы ултырышында «2012 йылда Башҡортостан Республикаһы ҡануниәте торошо тураһында» доклады менән сығыш яһаны. Үткән йыл төбәктең Дәүләт Йыйылышы өсөн республика ҡануниәтен камиллаштырыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыу осоро булды һәм Рәсәй тарихы йылы, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы булараҡ иҫтә ҡалды, тип билдәләне республика парламенты спикеры.

— Документтарҙа билдәләнгән барлыҡ өҫтөнлөктәрҙе һәм положениеларҙы тормошҡа ашырыу өсөн көсөргәнешле эш алып барылды, — тине Константин Токачев. – Депутаттар төрлө кимәлдәге власть органдары вәкилдәре менән һөйләшеүҙәр үтәрҙе, төрлө сараларҙа ҡатнашты, халыҡ менән бәйләнештәрҙе нығытты, шулай уҡ граждандарҙың һәм ойошмаларҙың хаттары буйынса эш ойошторолдо.

Республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе билдәләүенсә, әлеге яҙғы сессия дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышының эшмәкәрлеген тамамлай һәм шул уҡ ваҡытта ағымдағы йылға республика парламенты алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәй.

— Башҡортостан Президенты Рөтәм Хәмитов үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә республика үҫешенең стратегик йүнәлештәрен билдәләне, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Константин Толкачев. – Кеше һәм уның тормошо бөтә кимәлдәге власть органдары эшмәкәрлегенең нигеҙе булып торорға тейеш. Был маҡсаттарға заманса принциптарға таянып, йәмғиәтте һәр яҡлап яңыртыу, «аҡыллы» йәмғиәт моделен тормошҡа ашырыу юлы аша ғына ирешеп була.

Докладта билдәләнеүенсә, донъя кимәлендә экология, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре өҫтөнлөклө булып ҡала. Был йүнәлештәр Башҡортостан өсөн дә һәр ваҡыт мөһим булды.

Константин Толкачев төбәк парламентарийҙары алдында граждандар хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү бурысы тороуын билдәләне. Халыҡты һәм территорияларҙы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау, янғын һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, социаль өлкә мәсьәләләрен көйләгән закондарға үҙгәрештәр индереү алдағы осорға эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буласаҡ, тип билдәләне республика парламенты спикеры.

Шулай уҡ, Константин Толкачев хәбәр итеүенсә, алдағы сессияға Дәүләт Думаһына тәҡдим итеү маҡсатында Дәүләт Йыйылышының бер нисә закон сығарыу инициативаһын тикшереү буйынса эш планлаштырылған.