Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

БР Фәндәр академияһында «СТАРТ» программаһы буйынса телеконференциялар үткәрелә башланы

Иҡтисад

Башҡортостандың Фәндәр академияһында 30 ғинуарҙа Ғилми-техник өлкәлә бәләкәй предприятиелар үҫешенә булышлыҡ итеү фондының «СТАРТ» программаһы буйынса конкурста ҡатнашыусылар өсөн «Өфө-Мәскәү» телеконференциялар үткәрелә башланы.

Бөгөн тәүге конференцияла «Мәғлүмәт технологиялары» йүнәлеше буйынса үҙенең ғилми эшләнмәләрен Өфө һәм Ырымбур ҡалаларынан 8 автор тәҡдим итте, тип хәбәр итте БР Фәндәр академияһының матбуғат секретары Светлана Седелева. Беҙҙең республиканан дүрт кеше үҙ проектын яҡлап сығыш яһаны.

Конкурста иң күбендә ике йыл элек булдырылған, йылына 300 мең һум күләмендә табыш алған йәш предприятиелар ҡатнаша ала.

Һәр заявка бер нисә йүнәлеш буйынса экспертиза үтә. Эштәргә эксперттар, билдәле ғалимдар, бизнес вәкилдәре баһа бирә. Ярҙам ҡушып финанслау шарттарында күрһәтелә. Проектты финанслау күләменең өс йылға алты миллион һумға тиклем булыуы мөмкин.

«Киләсәк медицинаһы» йүнәлеше буйынса киләһе телеконференция февралдә үтәсәк. Фонд сайтында «Заманса материалдар һәм уларҙы эшләү технологиялары», «Яңы приборҙар һәм аппарат комплекстары», «Биотехнологиялар» йүнәлештәре буйынса заявкалар ҡабул итеү дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть