Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә күп балалы әсәләргә миҙалдар тапшырылды

Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәгән, биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 60 әсәгә 31 ғинуарҙа республика Хөкүмәтендә «Әсәлек даны» миҙалдары тапшырылды. Күп балалы әсәләргә наградалар биреү тантанаһы 102-се тапҡыр үткәрелде. Миҙалдарҙы вице-премьер Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы.

Вице-премьер билдәләүенсә, тантаналы сараға саҡырылған әсәләрҙең барыһы ла килгән. Улар араһында хужабикәләр, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бар.

Уның һүҙҙәренсә, республикала әсәләргә матди һәм әхлаҡи ярҙам күрһәтеү, ғаилә институтын нығытыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә ҡулланыла.

— Бөгөнгө көндә 34 меңгә яҡын ғаиләгә социаль ярҙам саралары күрһәтелә, — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова. – 2012 йылда ғына пособиеларҙың дөйөм суммаһы ике миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Әлбиттә, был сумманың күберәк булыуын теләйбеҙ.

Сара һуңында наградланыусылар тәьҫораттары менән бүлеште.

— Әсә булыу – бәхет, — тине Зөлфиә Шамил ҡыҙы. – Ә биш бала әсәһе булыу – икеләтә бәхет! Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да был шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлайым. Әммә балалар баҡсаларының, мәктәптәрҙең ябылыуы, балалар һанының әҙ булыуы күңелде ҡыра. Бындай күңелһеҙ хәлгә юл ҡуймаҫ өсөн, күберәк балалар үҫтерәйек.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть