3 декабрь, Шәмбе

31 ғинуар 2013 йыл, 15:01

Григорий Куранов Башҡортостандың Рәсәй Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Григорий Курановты республиканың Рәсәй Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле – БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Белешмә өсөн. Григорий Владимирович Куранов 1959 йылдың 1 ғинуарында Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенең Лениногорск ҡалаһында тыуған. Салауат ҡалаһының 6-сы мәктәбен тамамлай. 1976-1978 йылдарҙа «Салауатбыяла» производство берекмәһендә эшләй. 1984 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 2000 йылда Пермдә булдырылған «Кучер» реклама агентлығын етәкләй. 2011 йылдың июлендә «Берҙәм Рәсәй» партияһы лидеры Владимир Путиндың Пермь крайындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2012 йылдың июненән – Пермь крайы губернаторы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, 2012 йылдың июленән 2013 йылдың ғинуарына тиклем – Пермь крайы губернаторы Хакимиәте етәксеһе.