11 декабрь, Йәкшәмбе

31 ғинуар 2013 йыл, 14:17

Сәлиә Мырҙабаева Хәйбулла районы халҡы менән скайп аша аралашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфөлә «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһендә Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева Хәйбулла районы халҡын борсоған ҡайһы бер мәсьәләләрҙе скайп аша хәл итте. Бындай онлайн-ҡабул итеү тәүгә 2012 йыл аҙағында үткәрелгәйне.

Граждандарҙы ҡабул итеүҙә шулай уҡ РФ Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Людмила Әхмәтшина, Хәйбулла районы хакимиәтенең профилле бүлектәре начальниктары, үҙәк район дауаханаһы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының райондағы бүлексәһе вәкилдәре ҡатнашты.

Район халҡы төрлө һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итте. Шулай итеп, район Советының иң йәш депутаты Данил Аҡылов йәштәрҙең ауылдарҙан китеү мәсьәләһен ҡуҙғатты.

— Эш урындары һәм торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре айырыуса киҫкен тора. Минең менән бергә уҡыған йәштәр — 20 педагог араһынан береһе лә ауылға ҡайтманы, — тип һөйләне ул. — «Земство табибы» проекты һәм маҡсатлы торлаҡ программалары эшләп килә, әммә улар ғына етмәй.

Данил Аҡылов уҡытыусылар өсөн махсус программалар әҙерләү мөмкинлеген тикшерергә, ауыл кешеләре өсөн торлаҡ һатып алыуға кредит биреү шарттарын ҡайтанан ҡарарға тәҡдим итте. Сәлиә Мырҙабаева ауылдарҙы үҫтереү буйынса федераль маҡсатлы программаларҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында һөйләне, шулай уҡ бәләкәй бизнесты үҫтереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл йәштәре араһында эшҡыуарҙар әлегә бик әҙ, — тине Дәүләт Думаһы депутаты. – Ауыл йәштәренең мөмкинлектәрен үҫтереү өсөн төбәк һәм муниципаль кимәлдәрҙә һөҙөмтәле йәштәр сәйәсәтен алып барыу шарт.

Сәлиә Мырҙабаева билдәләүенсә, республика райондарын иҡтисади, социаль һәм мәҙәни йәһәттән үҫтереү шарттарында ғына йәштәрҙе ауылдарға йәлеп итергә була. Бының өсөн комплекслы, маҡсатлы, системалы эшмәкәрлек алып барыу зарур.

Мөрәжәғәттәрҙең күпселеге торлаҡ проблемаларына – торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн субсидия алыуға, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм уларҙың тол ҡатындарын торлаҡ менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы булды. Халыҡа медицина ярҙамы күрһәтеү, эш урындарын ҡыҫҡартыу мәсьәләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Барлыҡ һорауҙар буйынса консультациялар һәм аңлатмалар бирелде.