Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

11 февралдә Өфөлә яңы эш башлаған эшҡыуарҙар өсөн бушлай курстар башлана

Иҡтисад

11-22 февралдә Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды менән берлектә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәре буйынса бушлай курстар ойоштора.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә былтыр бындай курстарҙа 450 кешегә бизнес алып барыу буйынса консультацион хеҙмәттәр күрһәтелде.

— 2012 йылда эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәре буйынса курстарға 220-нән ашыу кеше йөрөнө. Уларҙың 150-гә яҡыны – ҡатын-ҡыҙҙар, 80-е – 30 йәшкә тиклемге йәштәр. Курстарға йөрөгән кешеләрҙең 70-тән ашыуы — эшһеҙҙәр. Яҡынса 150 кеше эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә һәләттең булыу-булмауын билдәләү буйынса тестар үтте, — тип һөйләне Өфө ҡалаһы Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең бүлек начальнигы Ирина Турчина.

Бушлай курстарға баш ҡаланың Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә яҙылырға була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть