3 декабрь, Шәмбе

31 ғинуар 2013 йыл, 11:47

Павел Качкаев Өфөлә граждандарҙы ҡабул итте

автор: Людмила Терновая

Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Өфөләге йәмғиәт ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар менән осрашты.

Башҡортостандан закон сығарыусыға 10-дан ашыу граждан мөрәжәғәт итте. Күпселек һорауҙар торлаҡ өлкәһенә ҡағылышлы булды.

Өфө районының Черкассы ауылы халҡы депутатҡа һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Һигеҙ йыл элек бурыстар арҡаһында Черкассыла һыу алыу ҡоролмаһы эшләүҙән туҡтатылған. Һыу скважиналарҙан килә башлаған, шул уҡ ваҡытта ундағы һыу сифаты санитар нормаларға тап килмәй. Йәйге осорҙа һыу етешмәй.

Павел Качкаев ярҙамсыларына БР Өфө районы хакимиәте башлығы Михаил Давыдов исеменә был мәсьәләне хәл итеү буйынса хат әҙерләргә ҡушты.

Өфөлә йәшәүсе ҡатын депутатҡа ер участкаларын хосусилаштырыу мәсьәләһен хәл итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. «Таң» («Рассвет») баҡсасылар ширҡәтендә 174 участка иҫәпләнә. Улар араһынан юл эргәһендә урынлашҡан 12 участканы урындағы властар хосусилаштырырға мөмкинлек бирмәй. Сөнки улар муниципаль ихтыяждар өсөн резервҡа бирелергә тейеш. Йәғни участкалар иҫәбенә юлдарҙы киңәйтеү ҡарала. Депутат был мәсьәләне хәл итергә һәм ҡулынан килгәнсе ярҙам итергә һүҙ бирҙе.

Һорауҙарҙың күпселеге коммуналь хеҙмәттәр сифатының тейешле кимәлдә булмауына, дөйөм йорт ихтыяждары өсөн ҡулланылған ресурстарға хаҡтарҙың юғары булыуына ҡағылышлы булды. Павел Качкаев был мәсьәләнең республика һәм ил етәкселеге контролендә булыуын әйтте. Ошо көндәрҙә төбәктәр үҫеше министры Игорь Слюняев етәкселегендә үткән Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә был мәсьәләләр тикшерелде һәм февралдә закондарға ҡайһы бер үҙгәрештәр индереү планлаштырыла, тип хәбәр итте депутат.